Сегодня, 9 декабря, городской округ город Нефтекамск принимает эстафету республиканского флешмоба, посвященного празднованию Дня башкирского языка и 190-летнему юбилею поэта-просветителя Мифтахетдина Акмуллы. Во всех своих произведениях выдающийся мыслитель башкирского народа Мифтахетдин Акмулла пропагандировал просвещение и нравственное воспитание, моральные нормы и почитание веры, добра, мудрости. Все эти заповеди актуальны во все времена
Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле,һөйләп торған шатлығы,ҡайғыһы,һүҙ хәтере,бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен,аҡылын,хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы, уға тиң баһа юҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһында ла башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үткәреләсәк.
Бөтә саралар ҙа бер әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә дан йырлауға бағышлана. Бөгөн, 7 декабрҙә марафонға старт бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - ИМАНЛЫ ТЕЛ
Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһында ла Башҡорт теле көнөн асыу тантанаһы үтте. Был сараға филармония артистары ҡунаҡҡа саҡырылды. Бөгөн 7 көнлөк марафонға старт бирелде.
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - КҮҢЕЛЕМ КӨҘГӨҺӨ
Башҡорт теле марафонының икенсе көнө "Башҡорт теле - күңелем көҙгөһө" девизы аҫтында үтте. Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡыусылары мәшһүр шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын төрлө телдәрҙә һөйләне.
Видеомарафон
Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы